«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байҙарҙың ҡан төркөмө айырыла икән!



10.10.2019 Байҙарҙың ҡан төркөмө айырыла икән!

Япония ғалимдары бай кешеләрҙең ҡан төркөмөн тикшергәндән һуң, ғәжәп хәлгә юлыҡҡан.

Кешеләрҙең характерҙары һәм барлыҡ ҡан төркөмө лә тикшерелгән. Ғалимдар белдереүенсә, дүртенсе ҡан төркөмөнә ҡараған кешеләр маҡсатына ирешеүсән һәм ныҡыш булыуы менән айырылып торған.
Әйткәндәй, ер йөҙөндә йәшәүсе кешеләрҙең 5 проценты ғына был ҡан төркөмөн йөрөтә.
Бындай һыҙаттарға эйә булған кешеләр бай йәшәй әлбиттә. Шуны ла әйтергә кәрәк: был ҡан төркөмөнә ҡараған кешеләр эшһөйәр һәм Японияла тап байҙар ошо төркөмөгә эйә икән. Дүртенсе ҡан төркөмө кешенең һаулығына ғына түгел, ә уның шәхесенә лә ныҡ йоғонто яһай, тип белдерә ғалимдар.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға