10.10.2019 Бала юғары температура менән ауырып ятҡанда нимәләр эшләргә ярамай?
1. Баланы аш һеркәһе, спирт менән ыуырға йәки тәнен һыуытҡан башҡа һыуытыу сараларҙы ҡулланыу тыйыла. Спирт тән тиреһе аша үтеп, бала организымын ағыуларға ихтимал.
2. Әгәр бала быға тиклем фебриль көҙән йыйырыу, тыуғанда йәрәхәтләнгән, йәки эпилепсия менән сирләгән икән, уның тән температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелеүгә юл ҡуймағыҙ.
3. 12 йәшкә тиклем шулай уҡ вирус инфекцияһы (грипп, ОРЗ, ҡыҙылса) кисергән балаға аспирин бирергә ярамай. Был һирәк осрай торған Рея синдромы барлыҡҡа килтереүе бар.