«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Селфи эшләгәндә башына атҡан



10.10.2019 Селфи эшләгәндә башына атҡан

Селфи эшләп социаль селтәргә фотолар һалыу – тормошобоҙға ныҡлап үтеп ингән ғәҙәти күренеш. Тик бына ҡайһы берәүҙәр артыҡ шашып китә һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Кемдер селфи эшләгәндә бейек биналарҙан осоп төшә, икенселәре иһә тағы берәй фажиғәғә тарып, зыян күрә.

Яңыраҡ Омск ҡалаһында йәшәүсе 36 йәшлек ҡатын, МП-79 травматик пистолетын сикәһенә терәп, селфи эшләргә була. Тик башы әйләнеп китепме, яңылыша һәм телефон төймәһенә баҫыу урынына пистолет тәтеһенә баҫа. Әлбиттә, селфи эшләүсе ҡыҙ шунда уҡ яҡты донъя менән хушлаша.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға