«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйер яҙыулы йәмәғәт транспорты бөтәһенең дә ҡотон осорған



10.10.2019 Сәйер яҙыулы йәмәғәт транспорты бөтәһенең дә ҡотон осорған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Заказ буйынса үлтереү» тип ҙур хәрефтәр менән яҙылған баннерлы троллейбус бар халыҡты ғәжәпләндергән. Ҡурҡыныс яҙыулы йәмәғәт транспортындағы яҙыуҙы ныҡлап тикшерә башлағас шул асыҡланған: ҙур хәрефле яҙыу эргәһенә бәләкәс кенә итеп “Күңел төшөнкөлөгөн һәм депрессияны” тип өҫтәп ҡуйылған. Сир-сырхауҙы сығарыусы Таня исемле әбей ошо рәүешле үҙенә реклама яһаған. Транспорттағы яҙма менән прокуратура ҡыҙыҡһынғас ҡына, уларҙы алып ташлағандар.

Әле реклама агентлығында һәм троллейбус депоһында тикшереү бара. Таня әбейҙең шөғөлө лә күҙ уңынан ысҡындырылмай.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: ВК


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға