10.10.2019 "Полиэф"та ғәҙәттән тыш хәл. Әлегә бына нимәләр билдәле
9 октябрь кисендә предприятиела сәнәғәт ағыҙылған һыуҙар резервуары тишелгән.
Йәй көнө Благовещенда тап ошо заводтың сәнәғәт ҡалдыҡтары арҡаһында Иҙәк йылғаһындағы балыҡтар һәләк булғайны.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, кисә кискеһен ҡалдыҡтар һаҡланған резервуарҙарҙың береһендә стенаның бер өлөшө емерелгән һәм улар биләмәгә эләккән. Бәхеткә күрә үлеүселәр һәм ҡазаланыусылар юҡ.
Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса оператив штаб булдырылды, уны республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы Марат Латипов етәкләй. Шунда уҡ Экология министрлығы вәкилдәре эшләй, улар һыуҙы тикшерә.
Благовещен һыу каналынан һыуҙы заводтан күпкә юғарыраҡ урынлашҡан скважиналарҙан алыуҙары тураһында хәбәр иттеләр.