«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 25 мең, 35 мең, 215 мең һум...



09.10.2019 25 мең, 35 мең, 215 мең һум...

Беҙ үҙебеҙҙең уҡыусыларҙы иҫкәртә торғас, хәҙер ысын газ хеҙмәткәрҙәрен дә өйҙәренә индермәй ыҙалаталар икән. Бер ҡараһаң, дөрөҫ тә эшләйбеҙ һымаҡ, ләкин газ плитәһен, счетчигын тикшереүселәр беҙгә асыуланып та ҡуя.

Иҫкәртмәҫ тә инек, муттар, бурҙар донъя бит. Шуға ла ишекте бикләп тотоуың яҡшыраҡтыр, тибеҙ.

Бына, мәҫәлән, Өфөнөң Инорс микрорайонында ҡатын өйҙә яңғыҙы булғанда ишеген бикләмәгән. Ҡайһылыр арала ишек "шыҡ" итеп ҡалғанға, сығып ҡараһа - рюкзагындағы янсыҡта аҡсаһы юҡ! 25 мең һумын юғалтҡан ҡатын ҡото осоп, полицияға хәбәр иткән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә 26 йәшлек бурбисәне тапҡан һәм тотҡан! Ул йәш ҡатын ошоға тиклем дә бер нисә тапҡыр яуапҡа тарттырылған да икән шул...

Ә Белоретта 68 йәшлек пенсионерка 35 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Әлеге лә баяғы телефондан "банк хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре" шылтыратып, һеҙ тыныс ҡына йәшәп ятаһығыҙ, ә һеҙҙең иҫәбегеҙҙән аҡсаны урлап яталар, шуға ла бөтә булған аҡсағыҙҙы банкоматтан ала һалып, терминал аша электрон кошелекка һалырға кәрәк, тип әйткән. Ҡатын уны тыңлаған да, ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалған.

Шундай уҡ ҡармаҡҡа 47 йәшлек ханым да ҡапҡан бит әле ул: ҡурҡышынан аңын-тоңон уйлап та бирмәй, 215 мең һум аҡсаһын муттар иҫәбенә күсергән.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға