«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Экология" милли проектына ҙур өлөш



10.10.2019 "Экология" милли проектына ҙур өлөш

Беләһегеҙ, үткән аҙнала республикала "Йәшел Башҡортостан" ағас ултыртыу акцияһы гөрләп үтте.

Бындай сара киләһе йылда ла дауам итәсәк. БР Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәт улытырышында белдереүенсә, акция 2020 йылда республиканың Урман хужалығы ҡарамағында үтәсәк.

- Хорошая акция, с привлечением большого числа жителей республики. Весенняя акция уже будет вне зоны министерства жилищно-коммунального хозяйства, это уже зона леса. Минлесхоз, готовьтесь, чтобы горожане могли выехать в леса, и мы все могли сажать деревья, заниматься воспроизводством лесов, - тине Радий Хәбиров.

Дөйөм алғанда, быйылғы ике акцияла (апрелдә лә булғайны) 178 мең яңы ағас үҫентеһе ултыртылған. Уларҙа 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Акцияның төп маҡсаты — экологик проблемаларға иғтибарҙы йәлеп итеү, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы йәшелләндереү, уларҙың тышҡы йөҙөн күркәмләндереү.

Уны "Экология" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған файҙалы эштәр рәтенә, хатта алға ҡуйырға ла ярайҙыр. Милли проекттың тағы федераль 11 проекты араһында "Урмандарҙы һаҡлау" тигәне лә бар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға