«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Илап та миҙал алып була икән...



09.10.2019 Илап та миҙал алып була икән...

Яңыраҡ Катарҙа уҙған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында Польша атлеты Войцех Новицки йәҙрә ырғытыуҙа миҙалһыҙ ҡалып, миҙаллы була.
Баҡ тиһәң, өсөнсө урын алған Венгрия спортсыһы Бенце Халас йәҙрә сойорғотҡанда, тәғәйен урындан яза баҫып, ҡағиҙәне боҙған. Һәм уны судьялар күрмәгән имеш. Әммә ул бер ниндәй ҙә ҡағиҙәне боҙмай, лайыҡлы рәүештә өсөнсө урын яулай. Тик ике метрлы Польша бәһлеүәне ярыш мәлендә үҙ мөмкинлеген файҙалана алмай, илар рәүешкә етеп, маңҡаһын ағыҙа... Әммә тренеры уны йәлләп, нисектә булһа өсөнсө урын алған венгрҙың һөҙөмтәһен юҡҡа сығарып, ойоштороусыларға яу һала. Имеш ул ҡағиҙәне боҙған. Тегеләре нишләптер уйлап та тормай өсөнсө урынды ике спортсыға бирергә булалар. Поляк оялмай тороп, венгр янына барып подиумға барып баҫа. Бөтәһә лә аптырай. Протокол буйынса өс призер була, ә бүләкләүгә дүрт спортсы сыға. Илап та миҙал алып була икән… Бына шулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға