«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы һалым! Көтмәгәйнегеҙме?



09.10.2019 Яңы һалым! Көтмәгәйнегеҙме?

Киләһе йылдан башлап беҙҙә эшләүсе кешеләр өсөн килемгә һалым индерелеүе ихтимал.

Республикала үҙ-үҙенә генә аҡса табыусы граждандарҙан ("самозанятость" өсөн) аҡса түләтмәкселәр. Шәхси эшҡыуар булып теркәлмәгәндәр, әммә аҡса табыусылар - ошо категорияла.

Башҡортостан эксперимент рәүешендә шундай һалым индергән дүрт төбәк исемлегендә. Әле тәжрибә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә, Калуга өлкәһендә, Татарстанда үтә.

Әлегә беҙгә ҡатнашыу тураһында теүәл яуап килмәгән килеүен. Яңы һалым индерелһә, ул 10 йыл ғәмәлдә буласаҡ.

Махсус һалым күләме 4 йә 6 процент булыуы ихтимал.

Барыһы ла кеше бизнесты законлы рәүештә алып барһын өсөн.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға