«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡасан ғына айыуҙар ҡышҡы йоҡоға китер?



09.10.2019 Ҡасан ғына айыуҙар ҡышҡы йоҡоға китер?

Һуңғы ваҡытта айыуҙарҙың әүҙемләшеп, кешеләргә ҡаза килтереүе йыш күҙәтелә. Яңыраҡ Башҡортостандың тағы ла бер районында тайыш табандың һөжүменән умарталар зыян күрә. Умартасы туҙып ятҡан умарталарын видеоға төшөрә һәм умарталыҡта бер генә түгел, ә бер нисә айыуҙың булыуын әйтә.

Башҡортостанда айыуҙарҙың әүҙемлеге көндән-кән арта. Быға тиклем дә Мәләүез, Күгәрсен, Ишембай райондарында тайыш табандарҙың малға һөжүм итеүе хаҡында хәбәр ителгәйне.

«Ҡыҙыл китап»ҡа ингән йыртҡыстарҙы атыу тыйыла шул, шуға ла тайыш табандарҙың ҡышҡы йоҡоға китеүен көтөргә генә ҡала.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Һәүәҫкәр фото


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға