09.10.2019 Оло ҡайғы - ике ғаиләлә сабый балалар үлеп ятҡан
Башҡортостанда ошо көндәрҙә ике ғаиләгә оло ҡайғы килгән - ата-әсәләр сабыйҙарын үле килеш тапҡан.
4 октябрь төнөндә Дыуан районында атаһы менән әсәһе өс йәшлек улдарын ҡараһалар ул үлгән булған.
5 октябрь иртәһендә Стәрлетамаҡта ла шулай фажиғә ҡабатланған. Бында йәш ярымлыҡ ҡыҙ баланың үлеме асыҡланған.
БР Тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Шуныһы билдәле - криминал осраҡтары юҡ, суд-медицина экспертизаһы бара.