«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҫал эттәрҙән нисек һаҡланырға? Ҡотҡарыусылар кәңәш бирә



09.10.2019 Уҫал эттәрҙән нисек һаҡланырға? Ҡотҡарыусылар кәңәш бирә

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һөжүм итергә әҙерләнгән уҫал этте нисек ҡурҡытырға мөмкин тураһында кәңәштәр биргән. Бының турала «РИА Новости» хәбәр итә.

Иң мөһиме - эт алдында батыр булырға кәрәк. Бының өсөн көслө тауыш менән ҡаты итеп «Место!», «Стоять!», «Сидеть!» йәки «Фу!» командаларын бирегеҙ. Эттәр ышаныслы тауыштан ҡурҡып ҡаса.

Шулай уҡ һаҡланыр өсөн ҡул аҫтына эләккән таяҡ, таштарҙы ҡулланып була. Эткә арҡа менән боролмағыҙ, уға ҡараған килеш сигенегеҙ. Бер юлы башҡа кешеләрҙе ярҙамға саҡырығыҙ.

Әгәр эт бер нимәгә лә ҡарамай ырылдаһа, һөжүм итергә ынтылһа ҡурҡмағыҙ. Ҡулды, яурын тирәһен ҡалын туҡыма, куртка-плащ менән урағыҙ - эт шунда йәбешһен. Унан һуң йыртҡыстың моронона, өҫкө яңағына, теленә йәки артҡы тәпәйҙәре араһына һуғығыҙ.

Эт тешләһә яра урындарын йыуығыҙ, йод һөртөгөҙ һәм бәйләгеҙ. Кисекмәҫтән табипҡа күренегеҙ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға