«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәкәр заводтары 460 мең тонна сөгөлдөр әҙерләгән



09.10.2019 Шәкәр заводтары 460 мең тонна сөгөлдөр әҙерләгән

Башҡортостандың өс шәкәр заводы 460 мең тонна татлы тамыр туплаған. Был 3 октябргә ҡарата мәғлүмәт һәм уны БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге килтерә.

Быйылғы уңыш шәп! Уртаса алғанда гектарына 360 центнер сөгөлдөр ҡаҙып алалар, был былтырғынан 65 центнерға юғарыраҡ. Дөйөм алғанда республика буйынса майҙандарҙың 45 процентында уңыш йыйып алынған, 785 мең тонна шәкәр сеймалы ҡаҙылған.

Былтыр ошо мәлдә баҫыуҙарҙың 53 проценты эшкәртелеп бөткән булған, тулайым уңыш 701 мең тонна тәшкил иткән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға