«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар! Журналистар өсөн яңы конкурс.



09.10.2019 Иғтибар! Журналистар өсөн яңы конкурс.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы журналистар һәм блогерҙар араһында парламент темаһына иң яҡшы материалға конкурс иғлан итте. Ул Республика парламентының 25 йыллығына арнала.

Конкурсҡа 2019 йылдың 1 сентябренән 2020 йылдың 1 февраленә тиклем киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет селтәрҙәрҙә баҫылған эштәр ҡабул ителә. Ғаризалар ҡабул итеү 2020 йылдың 1 февраленә тиклем дауам итә. Һөҙөмтәһе 15 февралдә иғлан ителәсәк. Еңеүселәрҙгә БР Дәүләт Йыйылышы рәйесенең Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға