09.10.2019 Ағас алыуға өҫтөнлөк менән файҙаланыусылар исемлеге киңәйә
Республикала өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалары булғандар, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, 35 йәшкә тиклемге урман хужалығы өлкәһендә эшләгән белгестәр йорт төҙөү өсөн ағас алыуҙа өҫтөнлөктәр менән файҙалана аласаҡ. Тик уларҙың торлаҡ төҙөлөшө өсөн ауыл ерендә участоктары булырға тейеш.
Башҡортостан парламенты законға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен киләһе ултырышта ҡараясаҡ.
Йорт төҙөүгә 25 йылға бер мәртәбә 110 кубометр, йортто төҙөкләндереү өсөн 5 йылға 25 кубометр, һарай, аласыҡ, утынлыҡ төҙөү өсөн биш йылға 50 кубометр , уларҙы ремонтлауға өс йылға 15 кубометр ағас бирелә.