«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Суд приставтары үпкә сирлеләр менән эшләй



09.10.2019 Суд приставтары үпкә сирлеләр менән эшләй

Башҡортостанда суд приставтары үпкә ауырыуы менән сирләүселәрҙе мәжбүри рәүештә дауаханаға урынлаштыра.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдың 9 айында туберкулез менән ауырыусы 26 кеше медицина тикшереүе үтергә мәжбүр ителгән. Тағы ла 25 кешене эҙләп табып, тейешле медицина тикшереүе үтеү һәм дауаланыу өсөн дауаханаға барырға мәжбүр итергә кәрәк.
Туберкулез диспансерында иҫәптә тороусы кешеләр медицина тикшереүе үтергә тейеш, әммә улар быны мотлаҡ тип иҫәпләмәй һәм табиптарға күренеүҙе кәрәк тип тапмай. Шуға күрә лә уларҙы мәжбүр итергә тура килә.
Суд приставтары хеҙмәтенә кешеләрҙе мәжбүри рәүештә дауаланыу курсына йүнәлтеү тураһындағы башҡарма документтар килгәс, улар медицина учреждениелары менән берлектә үпкә ауырыуы менән сирләүселәрҙе медицина тикшереүе үтеү һәм дауаланыу өсөн дауаханаға йүнәлтә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға