«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гран-при Гөлнур Вәлиуллинала!



08.10.2019 Гран-при Гөлнур Вәлиуллинала!

Учалы районының "Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеменә конкурста Ҡәйепҡол ауылының мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Вәлиуллина еңде.


1-се урынды Яңы Байрамғол мәҙәниәт йорто етәксеһе Сәмиғулла Лоҡманов яуланы, 2-се урынды - Илүзә Ильясова (Илсе ауылы), 3-сө урынды Зәкиә Мөхәмәтйәнова алды (Кирәбе).


Эльвира Моратшина (Сәфәр) "Ижади эҙләнеүҙәр" өсөн номинацияһында билдәләнһә, «Һөнәргә тоғролоҡ һәм һөйөү» номинацияһында Светлана Ларионова (Миндәк), «Эштәге оригиналлек» өсөн Анфиса Уразаева (Ишмәкәй) тәбрикләнде. Вилиә Әлхәмова (Иманғол) - «Иң оригиналь», Рима Минһажева (Ҡолош) «Иң яҡшы ойоштороусы» тип танылды.

Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға