09.10.2019 Владимир Путинды халыҡтың нисә проценты хуплай?
Рәсәй халҡының яртыһы илебеҙҙә эштәр дөрөҫ йүнәлештә бара, тигән фекерҙә.
"Левада" йәмәғәт фекерен белешеүсе үҙәге йәнә һорашыуҙар үткәргән дә шундай һығымта яһаған.
Респонденттарҙың 68 проценты Владимир Путиндың эшмәкәрлеген хуплай, 41 проценты Рәсәй яңылыш юлдан бара, тип уйлай.
Һәр унынсы кеше илдәге хәл-торош тураһында бик белеп етмәй.
Дмитрий Медведевтың эшенән 64 процент кеше ҡәнәғәт түгел, ә Дәүләт Думаһындағы эштәрҙе халыҡтың 37 проценты ғына ыңғай баһалай.
Һорашыуҙар Рәсәйҙең 50 төбәгендә 137 тораҡ пунктта үткәрелгән. 1601 кеше ҡатнашҡан.