08.10.2019 Милек бүлеү нимә менән тамамланыр?
«Эшҡыуарлыҡ коррупцияға ҡаршы» йәмәғәт процедуралары республика үҙәгендә Белорет рессор һәм пружиналар заводын рейдерлыҡ юлы менән идара итеүгә алырға маташыу эше ҡаралды.
Йылына 270 млн килем килтергән предприятиеның милекселәре араһында корпоратив бәхәс сыға. Низағҡа Федераль именлек хеҙмәте, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителә.
Быйыл ойошманың июнь айында ҡапыл ғына вафат булған , генераль директоры Иван Радченконың вариҫтары эшҡыуар Владимир Скрипка менән миллиардлы бизнесты бүлешә. Улар артында – ошо ойошмала эшләп йөрөгән 400 кешенең яҙмышы.
Суйынсылар ҡалаһындағы был элек-электән билдәле завод– бөгөн «Мерседес», «Volvo», «MAN» автомобилдәре өсөн рессорҙар етештерә.
Әлеге көндә уның 50 процент капиталына эйә булған Магнитогорск ҡалаһы эшҡыуары Владимир Скрипка завод менән идара итеүҙән ситләтелгән. Акционерҙың финанс- иҡтисади хәле тураһында мәғлүмәт алырға теләүе лә әлеге көндәге башҡарма директор, топ-менеджер Алексей Пахомов тарафынан инҡар ителгән. Был хәлдән сығыу юлдарын эҙләп, инвестор законлы юлдарҙы урап үтеп, система администраторына «1 С Бухгалтерия» документтарын биргән өсөн ҙур ғына суммала аҡса бирәсәген әйтә. Әммә ниәте барып сыҡмай, документтарҙы тапшырғанда көс структуралары уны ҡулға ала. Ришүәт алыу факты буласағын полицияға хәбәр иткән завод етәкселеге уны, ойошманың хеҙмәткәре, тип кенә әйтә. Инвестор булған Скрипкаға енәйәт эше асылмай. Топ- менеджерҙар менән һөйләшеүҙәр килеп сыҡмағас, эре акционерға БЗРП-ның финанс мәғлүмәттәрен алыуға хоҡуғы барлығын таныуҙы һорап, Арбитраж судҡа ғариза яҙырға тура килә.
Был хәлгә аңлатма биреп, БР Хөкүмәте вице- премьеры Андрей Назаров: «Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән иң артта ҡалған төбәктәр иҫәбендә килә. Әгәр ҙә беҙҙә эшләргә теләгән, халыҡҡа эш урындары булдырған инвесторҙарҙы көс структуралары менән ҡурҡыта башлаһаҡ, эшләргә бирмәһәк, бер кем дә беҙҙең республикаға килмәйәсәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙа топ - менеджмент үҙен, милексенән мөһимерәкмен, тип һанай башлай. Предприятие эшләп китһен өсөн миллион һумлап аҡсаһын һалған кешегә финанс отчеттарын йәшереүгә уларҙың бөтөнләй хоҡуғы юҡ. Әгәр ҙә улар сығымдарҙы һәм килемдәрҙе күрһәтеүҙән баш тарта икән, был хәл һағайтырға мәжбүр итә. Инвестор һәр саҡ хаҡлы», – тине .
Завод менеджментының фекеренсә, Скрипка предприятиены банкрот итеп иғлан итергә теләй.
Белорет рессор һәм пружиналар заводындағы хәл БР Хөкүмәтендә үтәсәк « Инвестиция сәғәте»ндә лә тикшереләсәк.