08.10.2019 Йәшәрергә теләгән дә... йәш көйө һәләк булған
Быйыл йәй Мәскәүҙең медицина үҙәктәренең береһендә массаж өҫтәлендә йәш ҡыҙ яҡташыбыҙ үлгәйне. Әле был фажиғә тураһында ентекле һөйләнеләр.
Беренсе каналдың "Кеше һәм закон" тапшырыуында 29 йәшлек Элинаның үлем сәбәбе теүәлерәк асыҡланды.
Ҡыҙ аңлайышһыҙ сығышлы уколдан үлгән. Ул йыш ҡына косметологтарға йөрөгән һәм йөҙ-ҡиәфәтенә үҙгәрештәр индерергә яратҡан.
Мәрхүмә Элина, баҡһаң, йәшәреү буйынса ҡаҙалған уколдан үлгән. Косметолог уға лидокаин һалған. Шунан ҡыҙ ҡалтырай башлаған, температураһы күтәрелгән, шок кисергән. Ә бит лидокаинды күптәр яҡшы белә. Бәғзе кешелә унан аллергия була. Косметолог был осраҡта һорашырға тейеш булған.
Тәфтишселәр белдереүенсә, Элина барған косметологтың профилле медицина белеме булмай сыҡҡан. Әйткәндәй, был косметолог тәүҙә ҡыҙға укол ҡаҙауын йәшергән, ни бары массаж яһаным, тигән. Әммә экспертиза инъекция булыуын асыҡлаған.
Тәүҙә пациент инсульттан йә эпилепсия өйәнәгенән үлеүе мөмкин, тиһәләр ҙә, хәҙер уколдан икәне билдәле.
Иғтибарлы булығыҙ, зинһар! Йәш ҡалырға теләйбеҙ, әлбиттә, тик укол менән түгел, ә башҡа, хәүефһеҙерәк юлдар менән дә йәшлектә оҙағыраҡ ҡалырға булалыр бит?