«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әгәр һуғыш булһа ҡалһа автобустар ҙа әрмегә алынасаҡ



08.10.2019 Әгәр һуғыш булһа ҡалһа автобустар ҙа әрмегә алынасаҡ

РФ Оборона министрлығы "Известия" гәзитенә биргән мәғлүмәтендә, һуғыш положениеһы иғлан ителһә, рейс һәм ҡала-ара автобустары санитар транспорт булараҡ файҙаланыласаҡ тип хәбәр иткән.

Бындай мобилизация үтә кәрәккәндә генә башҡарыласаҡ. Предприятиеларға һәм муниципалитеттарға аҡса биреләсәк. Тупланған автобустарҙан айырым автосанитар роталар төҙөләсәк һәм улар тәрән тылда эшләйәсәк. Ә фронт һыҙығынан яралыларҙы самолет-поездар менн ташыясаҡтар.

Быларҙың барыһы ла сентябрь айында үткән "Үҙәк-2019" стратегик учениелар мәлендә башҡарып ҡаралған. Маневрҙар мәлендә шартлы рәүештә яралы һалдаттарҙы автобустар менән госпиталдәргә ташығандар. Техника үҙгәртеп ҡоролған - салонда ултырғыстар урынына носилкалар һәм медицина ҡорамалы ҡуйылған.

Әйтергә кәрәк, 2014 йылда РФ Оборона министры раҫлаған хәрби-транспорт әҙерлеге тураһында бойороҡ бар. Был документ буйынса, һуғыш була ҡалһа, автобустар, махсуслашҡан пассажир транспорт саралары, йөк машиналары, юлһыҙ ерҙән йөрөгән техника, квадроциклдар, мотовездеходтар һәм ҡаргиҙәрҙәр әрмегә алынасаҡ.

СССР мәлендә лә пассажир транспорты мобилизацияға әҙер булырлыҡ итеп эшләнгән. ПАЗ автобустарының артҡы яғындағы багаж люгынан салонға носилкалы ауыр яралылар индерелгән. ЛиАЗ ҡала автобусына улар стандарт ишектәрҙән һыйған. ЛАЗ кеүек моторы артта торған автобустарҙа эвакуация люгы алдан, уң яҡтан фар-маҙары менән асылмалы итеп эшләнгән (һүрәттә).





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға