«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эскелек арҡаһында биш балаһынан яҙҙы был ҡатын



08.10.2019 Эскелек арҡаһында биш балаһынан яҙҙы был ҡатын

Баш ҡалала күп балалы ҡатынды биш балаһына ҡарата әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү процесы бара.

Быға тиклем 31 йәшлек эскесе өс бәлиғ булмаған балаһынан яҙғайны. Хәҙер иһә тағы ике сабыйынан мәхрүм итеү янай.

Балалар 2008, 2009, 2012, 2016, 2018 йылғы.

Барыһына ла ҡатын үҙе ғәйепле. Тикшереү органдары версияһы буйынса ул эскән, балаларын ҡарамаған, ашарға, кейергә алмаған. Фатирҙа бала өсөн уңайлыҡтар юҡ. Балалар, йүнләп ашамағанлыҡтан, бик хәлһеҙ, йыш ауырыйҙар. Әммә әсә тип аталған кеше быға ҡайғырмай шикелле, табиптарға ла мөрәжәғәт итмәгән.

Әле бәләкәйҙәр Бала йортона урынлаштырылған, енәйәт эшен суд ҡарай.

Эскесе ҡатын бик өлкән дә түгел бит, 31 йәшлек кенә. Әгәр теләһә, ул был һаҙлыҡтан ҡотола алыр ине. Биш бала (!) әҙәмсә йәшәр ине.

Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы ныҡлы көрәш башланды башланыуын.

Кисә хәбәр итеүебеҙсә, "Берҙәм Рәсәй" партияһы менән берлектә "Минең ғаиләм" проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Ул тап бына үрҙәге балалар кеүек социаль етемдәрҙе булдырмау хәстәрен күрергә булышлыҡ итәсәк.

Проектҡа ярашлы, быйыл 241 эскесе ғаилә ныҡлы контролгә алынып, 500 баланы ҡотҡарыу күҙаллана.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.
Источник: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға