«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Антиоксиданттарға бай ризыҡтар ғүмерҙе оҙайта



08.10.2019 Антиоксиданттарға бай ризыҡтар ғүмерҙе оҙайта

Ғалимдар, төрлө илдә йәшәүсе оҙон ғүмерле кешеләрҙең рационын тикшергәндән һуң, антиоксиданттарға бай ризыҡтарҙың ҡартайыу процесын әкренәйтеүен асыҡлаған. Антиоксиданттар буйынса йәшел сәй лидер, тип табылған.

Шулай уҡ хөрмәне лә юҡҡа тормош емеше, тип атамайҙар икән. Ул да бик файҙалы. Был емештә 23 төрлө аминокислота бар. Триптофан тигәне беҙҙең кәйеф өсөн яуап бирә. Быларҙан тыш, хөрмәлә глютамин кислотаһы ла байтаҡ. Ул ашҡаҙан-эсәк трактының эшмәкәрлеген көйләй, ә никотин кислотаһы зыян күргән күҙәнәктәрҙе һауыҡтыра. Помидор, һырғанаҡ, ҡара еләктә лә кеше организмы өсөн кәрәкле матдәләр күп.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға