07.10.2019 Тәмлекәс!
Иртәнге өҫтәлгә ташҡабаҡтан тәмле генә ҡоймаҡ.
Ул еп-еңел әҙерләнә.
Ҡоймаҡ өсөн:
1 уртаса ҙурлыҡтағы ташҡабаҡ
1 йомортҡа
50 г ҡырғыстан үткәрелгән сыр
Һарымһаҡ
1 аш ҡалағы он
Тоҙ, борос кәрәк.
Әҙерләү:
Ташҡабаҡты таҙартып, ҡырғыстан үткәрергә, уға йомортҡа ҡушып, яҡшылап болғарға.
Ҡырғыстан үткәрелгән сыр һәм ваҡланған һарымһаҡты, тоҙ, борос, ондо өҫтәп болғарға.
Майлы табала ҡыҙҙырып бешерергә.
Тәмлекәсте ҡаймаҡҡа ҡушып ашарға! )))