07.10.2019 Туғандарын эҙләйбеҙ!
Учалы ҡалаһында йәшәүсе Гөлнара Бәхтиәрова мәрхүм ҡайныһы Рәмил Лотфулла улы Бәхтиәровтың туғандарын эҙләй.
Рәмил Лотфулла улы Бәхтиәров 1952 йылғы булған.
Зат-зәүере Ҡариҙел районы Кеҙесе (Кадыси) ауылында йәшәүе ихтимал.
Рәмил Лотфулла улы бала саҡта һеңлеһе, ағаһы менән Стәрлетамаҡта балалар йортонда йәшәгән. Ағаһына 18 йәш тулғас, ул балалар йортонан сығып, үҙ аллы тормош башлап, бер аҙҙан һеңлеһен килеп алып ҡайтып киткән, ә ҡустыһына, һин егет кеше үҙ йүнеңде үҙең күр, тигән. Рәмилдең быға ныҡ хәтере ҡалған, шул ваҡыттан улар юғалтышҡандар. Тик һуңғы көндәрендә ул ағаһы менән һеңлеһен табыу хыялы барлығын аңғартҡан.
- Бик аяныс хәл инде, - ти Гөлнара. - Иремдең, бәлки ике туған ағай-апайҙары барҙыр, шуларҙы эҙләп табырға ине...