«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күршеләргә ярҙамға...



07.10.2019 Күршеләргә ярҙамға...

Магнитогорскиҙың «Металлург» хоккейсылары Өфөлә урындағы «Салауат Юлаев» командаһын 3:0 иҫәбенә еңеп, Көнсығыш конференцияһының һуңғы урынынан китте.
Ғөмүмән, яңыраҡ уҙған осрашыуҙа хужалар тешһеҙ уйын күрһәтеп, ҡунаҡтарға ҡаршы бер ни ҡыла алманы. Бәйгелә тик бер яҡ команда ғына уйнаны. Ә инде юлаевсылар тәүгә боҙға сыҡҡан шикелле, шайбаны тота алмай 60 минут буйы уны баҫтырҙы. Ысынында, еңеү «Металлург»ҡа нығыраҡ кәрәк ине, шуғалыр ҙа өфөләр күршеләргә ярҙам итмәксе булғандыр. Һәр хәлдә шулай һымаҡ тойолдо.
Был уйындан һуң «Салауат Юлаев» 17 мәрәй менән алтынсы булһа, ҡунаҡтар 11 мәрәй яулап, бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелде.Юғарыла – «Аҡ барс» (22 мәрәй). Икенсе урында «Авангард» булһа, өсөнсөлә «Автомобилист».





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға