«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер ауылда ике ҡатынды үлтергәндәр



07.10.2019 Бер ауылда ике ҡатынды үлтергәндәр

Йәкшәмбе таңғы ете тирәһендә ике ир һәм ике ҡатын спиртлы эсемлектәр менән һыйланып ултырған була. Бер аҙҙан "күңелле" компанияны ташлап, берәүһе ҡайтып китә. Ә әхирәте ике ир менән ултырып ҡала.


Күп эсеүҙән күҙҙәре тоноп, тиҙҙән шешәләштәр үҙ-ара талаша башлай. Быға тиклем хөкөм ителгәне булған 26 йәшлек ир, ырғып тороп, 41 йәшлек ҡатынды туҡмай башлай. Икенсе төркөм инвалиды булған ҡатын, башына ауыр йәрәхәт алыуҙан, йән бирә.

Ошо уҡ ваҡытта тағы бер өйҙә кәйеф-сафа ҡорған булалар. Ағаһы һәм ҡатыны менән шешә бушатҡан иргә табындаштарының ҡыланышы оҡшап етмәй. Ул бысаҡ тотоп яҡындарына ташлана һәм эстәренә сәнсә. Һөҙөмтәлә, ҡатыны үлә, ә ағаһын табибтар, ашығыс операция яһап, ҡотҡарып ҡала.

Бер ауылда булған фажиғәләрҙең ваҡыт араһы - ни бары бер-ике сәғәт. "Бөгөн райондан тағы ҡайғылы хәбәр килде. Быйыл эскелек арҡаһында килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең - бишенсеһе. Икәүһе - Хәмиттә, берәүһе - Асҡарҙа, бына хәҙер Тупаҡта. Күмәк көс менән йылдан-йыл киңерәк йәйелә барған проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәктер, минеңсә. Өфөлә, йә районда дөйөм фекер алышыу, проблеманы сисеү юлдарын эҙләргә ваҡыт түгелме икән? Үҙебеҙ эҙләмәһәк, беҙҙең өсөн кем ситтән килеп эҙләр?" - ти, яҡташтары өсөн борсолоп, "Айыҡ Башҡортостан" йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалыусы Марат Абдуллин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: ВК


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға