«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡ районында баба ҡошон күргәндәр



07.10.2019 Баймаҡ районында баба ҡошон күргәндәр

Икенсе Этҡол ауылында суҡышы балыҡ һөҙгөсө кеүек дәү ҡош пеликанды (башҡортса баба ҡош тип йөрөтөлә) күргәндәр.

Фотоны Наҙгөл Ғәбитова төшөргән. Ҡош Таулы йылғаһы буйында йөрөгән булған. Бынан тыш, видеояҙмаға ла теркәгәндәр.



Был районға баба ҡошоноң килеп төшөүе ғәжәйеп хәл. Бығаса улар Асылыкүл тәбиғәт паркының Берҡаҙан һаҙлығында йәшәгән булған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға