«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Министрлыҡ нимәгә маҡталды?



07.10.2019 Министрлыҡ нимәгә маҡталды?

Беләһегеҙ, быйыл республика етәкселеге кимәлендә, ҡала һәм райондар хакимиәттәрендә "Инвестиция сәғәте" саралары әүҙем ойошторолдо һәм улар дауам итә.

Һандарға туҡталғанда, һөйләрлек күрһәткестәр бар. Республика кимәлендә инвесторҙар менән йыл башынан алып барлығы 28 осрашыу үткән. Уларҙа дөйөм суммаһы 170 миллиард һумға торош иткән 103 проект ҡаралған.

Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә төбәктең Инвестиция комитетының эшмәкәрлеге тураһында БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Александр Шельдяев һөйләне.

Быйыл республиканың "инвестиция портфеле"ндә 31 млрд һум аҡса бар. Киләһе йыл суммаһы - 39 млрд һум.

Иң күп инвестпроект БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән.

Хупланған проекттар буйынса туғыҙ - инвестиция һәм һалынған капиталдың күләмен арттырыу, ғәмәлгә ашырыу ваҡытын үҙгәртеү буйынса тағы алты өҫтәмә килешеү төҙөлгән. Уларға ярашлы, 2030 йылға тиклем 13,3 млрд һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеү (һалым ташламалары, инфраструктураға, ҡорамалдар алыуға тотонолған сығымдар өсөн субсидия кеүек) күҙаллана.

Башҡортостан Башлығының "сентябрь указы"нда ҡуйылған бурысты үтәүгә ярашлы, йәғни, төп капиталға йыллыҡ инвестиция күләмен 500 млрд һумға еткереү буйынса, эш дауам итә.

Радий Хәбиров үҙе лә инвесторҙар менән осрашыуҙарҙы, һөҙөмтәле тип баһаланы.

– «Инвестчас» стал эффективно работающей площадкой, на которой предприниматели находят ответы на вопросы развития бизнеса. Ещё раз хочу пригласить инвесторов к участию в заседаниях Инвестиционного комитета. Призываю глав муниципалитетов активизировать работу с предпринимательским сообществом, - тине Башлыҡ сығышында.

Әлбиттә, ҙур инвестор бөтә ерҙә лә юҡ. Әммә етәксе тырышҡанда, уныһын да таба ала.

- Был йәһәттән, - тине Радий Хәбиров, - вице-премьер - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов етди эшләй. Министрлыҡҡа шундай позицияһы өсөн рәхмәт белдерәм.

Ошо арала "Инвестиция сәғәте"н үткәреүгә район һәм ҡалаларҙа ла йомғаҡ яһарға тейештәр. Уларҙа хәл-торош нисегерәк? Күпме инвестор таптылар икән?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға