07.10.2019 50 мең һум кемгә эләгер?
Әлеге ваҡытта «Йәшлек» гәзите редакцияһы мөхәрририәте Яҙыусылар союзы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте менән берлектә иғлан иткән Мостай Кәрим исемендәге әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһала.
Хикәйә конкурсында кем еңер? 50 мең һум кемгә эләгер? Редакцияла жюри ағзалары фекер алыша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республикабыҙ барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап ойошторолған конкурс ике этапта үтә. Килгән хикәйәләрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре псевдоним менән гәзит биттәрендә донъя күрҙе. Улар араһынан күренекле яҙыусылар һәм редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсене билдәләй. Төп бүләк – 50 мең һум, шулай уҡ дүрт дәртләндереү бүләге лә ҡаралған.