07.10.2019 Айҙың артында нимәләр бар?
Был һорауға яуапты 60 йыл элек Советтар Союзы тапған. 1959 йылдың 7 октябрендә "Луна-3" автоматик планета-ара станцияһы Айҙың мәңге ҡараңғы арт яғын фотоға төшөрөп, Ергә ебәргән.
Ни өсөн быға тиклем кешеләр Айҙың икенсе яғын ҡарай алмаған? Уның Ер тирәләй әйләнеүе һәм күсәренән әйләнеү ваҡыттары бер тигеҙ, шуға күрә лә бер ярымшары ғына беҙгә күренә.
"Луна-3" аппаратын Сергей Королев етәксегендә ОКБ-1 конструктор бюроһы әҙерләгән. Станцияны Байконур космодромынан осорғас, ул Айҙы әйләнгән. Аҙаҡ АМС гравитация боролошо яһап, кире Ергә ҡайтҡан.
Станция Айҙың арт яғында булғанда ул махсус пленкаға күпләп фото яһаған. Аҙаҡ пленкаға проявка яһалған һәм кадрҙар фототелевизион ҡоролма ярҙамында радио аша Ергә ебәрелгән.
Һүрәттә: Айҙың арт яғының тәүге фотоһы