07.10.2019 Радий Хәбиров: Бындай хәлде "ғәҙәттән тыш", тип ҡарарға һәм күҙәтеүгә алырға кәрәк
Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә ташламаларға хоҡуҡлы граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Әле беҙҙә ярты миллиондан ашыу кеше дарыуҙарҙы льготалы шарттарҙа ала ала. Бушлай дарыуҙарҙы инвалидтарға 12 төр ҡатмарлы сир (тимәк, дауаһы ла юғары сығымлы) буйынса бирәләр. Дәүләттән социаль ярҙам рәүешендә алыусылар ҙа бар.
БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, шул маҡсатҡа киләһе йыл бюджетына 2,9 миллиард һум аҡса һалынған. Был быйылғы сумманан байтаҡҡа артыҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былай тине:
– Очень важно, что мы существенно, почти на один миллиард рублей, увеличили расходы бюджета на покупку лекарств для льготников. При этом количество льготников тоже растёт. Потребность в медикаментах очень высока. Медучреждения должны вовремя информировать пациентов и адресно доводить нужные лекарства.
Дөйөм алғанда, милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын финанслау өҙлөкһөҙ бара. Йыһазландырыуға ғына ла дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Хәҙер иһә сирлегә барып етмәгән дарыуҙар тураһында теләһә ҡайһы сигналды ла ишетеп (!), уның буйынса тиҙ арала эш алып барырға, Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай хәлде "ғәҙәттән тыш" тип ҡарарға кәрәк. Һәм, әлбиттә, кисекмәҫтән проблеманы бөтөрөргә.