«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белгестәр грипп менән ауырымаҫ өсөн кәңәштәр биргән



07.10.2019 Белгестәр грипп менән ауырымаҫ өсөн кәңәштәр биргән

1. Иң беренсе сиратта ауырымаҫ өсөн алдан уҡ прививка яһатырға, сирҙең тәүге билдәләре булған кешеләр менән аралашмаҫҡа һәм кешеләр күпләп йыйыла торған урындарҙа һирәк булырға кәрәк.

2. Бынан тыш, «Роспотребнадзор» белгестәре танау эсен һәм ҡулдарҙы һабын менән йыуырға кәңәш итә. Был эште бигерәк тә урамда һәм йәмәғәт транспортында йөрөп ҡайтҡандан һуң башҡарырға кәрәк.

3. Шулай уҡ бүлмәләрҙе даими рәүештә елләтергә, биналағы һауаны дымландырырға кәңәш итәләр. Йорттағы туҙандарҙы ла даими рәүештә йүеш сепрәк менән һөртөп тороу мөһим.

4. Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу, дөрөҫ туҡланыу, саф һауала йөрөү, физик күнегеүҙәр яһау, һигеҙ сәғәт йоҡо ла организмға вирустарға ҡаршы торорға ярҙам итәсәк.

5. С витаминдарына бай булған емеш-еләкте ашарға тырышығыҙ. Гөлйемеш, һырғанаҡ, әфлисун, ҡарағат емештәренән эшләнгән сәй көҙгө һалҡын көндә йылытып ҡына ҡалмай, грипп һәм ОРВИ-нан да һаҡлай.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға