«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин социаль лифттарҙың намыҫлы эшләүен теләй



07.10.2019 Владимир Путин социаль лифттарҙың намыҫлы эшләүен теләй

Рәсәй Президенты "Сириус" белем биреү үҙәгенең фән һәм сәнғәт паркында "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" автономлы коммерция булмаған ойошмаһының күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе.

Бында ҡатнашыусылар ойошманың төп эш йүнәлештәре буйынса һөҙөмтәләрҙе барланы, эшмәкәрлектең алда торған мөһим мәсьәләләрен ҡараны.

Әйткәндәй, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһы Владимир Путин указы менән 2018 йылдың майында барлыҡҡа килгәйне. Уның төп бурыстары: социаль мобиллекте күтәреү шарттарын формалаштырыу, граждандарҙың шәхси һәм һөнәри мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү, илдә һөҙөмтәле социаль лифттар булдырыу.

Был осрашыу ойошманың күҙәтеү советының тәүге ултырышы ине.
Нимәһе ҡыҙыҡ: Президентҡа бик ҙур инеш сығыш яҙғандар икән. Был хаҡта үҙе әйтте. Әммә, тине Владимир Владимирович, күп һүҙгә ваҡыт әрәм итеп тормайынса, тыңларға теләйем:

- У нас за последнее время выработан и создан целый набор различных механизмов, которые направлены на то, чтобы выявлять талантливых, перспективных, умеющих работать людей.

Прежде всего, конечно, мы рассчитываем на молодых людей с тем, чтобы эти так называемые социальные лифты работали у нас не по звонку, не по связям, а работало бы по объективным критериям и распространялось бы на всю страну.

Поэтому я сейчас не буду перечислять все эти инструменты, их достаточно много. У меня даже, потом мы с Сергеем Владиленовичем [Кириенко] поговорим, создалось такое впечатление, что их слишком много.

Может быть, взять какой-то один, два, три и на этом сосредоточиться, распространяя его на всю страну. Но это уже, как говорится, вопрос анализа того, что происходит в реальной жизни.

В целом хочу сказать, что вся эта система работает, и мне очень приятно было познакомиться с материалами, которые представлены по результатам этой работы...

Ышанайыҡ, тиҙҙән социаль лифттар ысынлап та үҙен күрһәтер. Президент әйткәнсә, таныш-тоношһоҙ, "өҫтән" шылтыратыуһыҙ ҙа юғары үҫеп китеүсе өмөтлө йәштәрҙе күрербеҙ. Был мөмкиндер. Ойошманың атамаһы шуға ишаралай түгелме?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға