«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡытыусы - бөйөк исем!



04.10.2019 Уҡытыусы - бөйөк исем!

Уҡытыусы - бөйөк исем!Ҡәҙерле уҡытыусылар! Һөнәри байрамығыҙ менән һеҙҙе!

Ҡырҡ атанан тыуған ҡырҡ холоҡло балаға белем бирергә тырышып, күҙеңә генә ҡарап торған, танау соҡоп ултырған, парта артында хыял ҡоштарын осорған, тәмләп йоҡлап та киткән балаҡайҙарҙы кеше итәм, белем тауына үҙе теләмәгәндәрҙе лә барыбер этәреп, алдаштырып, һөйрәтеп, әүрәтеп, әрләп булһа ла мендерергә бар көстө һалып; уҡыйым, тип ынтылып торғандарҙы күтәреп, ҡанатландырып, уның араһында мең дә бер отчет тултырырға, план яҙырға, дәфтәр тикшерергә, комиссия уттары аша үтергә, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табырға, конкурстарҙа ҡатнашырға, ғаиләне ҡарарға, үҙең тапҡан балаларҙы тәртип тәртәһенән ысҡындырмаҫҡа өлгөргән ғәжәп кешеләр бит ул һеҙ!

Һеҙгә почет һәм ихтирам, уңғандар, аҡыллылар, шәптекәйҙәр!


Өҫтән ниндәй генә баш ҡатырғыс программалар төшөрөп тормаһындар, фиҙаҡәр уҡытыусылар малайҙарға һәм ҡыҙҙарға бөтә белгәнен һәм, хатта белмәгәнен дә дәрестә биреп ҡалырға, донъяны танырға өйрәтә бит ул.

Амбразураға күкрәге менән ҡапланғандай, мәктәптең төп булмышын, тәғәйенләнешен һаҡлап ҡалырға ҡалҡынып, уҡыусыларҙың күңелен, аңын байытып, офоҡтарын киңәйтеп, ЫСЫН УҠЫТЫУСЫЛАР шуға ғүмерен һала.

Дан һеҙгә, уҡытыусылар!

Зуфар Валитов
РӘХМӘТ, УҠЫТЫУСЫМ!
Уҡытыусым!
Ғәжәп оло мәғәнә
Ябай ғына ошо бер һүҙҙә !—
Ҡояш булып балҡый һинең исем,
Уҡыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә...

Күктә ҡояш,
Беҙҙең күңелдәрҙә —
Уҡытыусы — уның илсеһе.
Атай-әсәй бүләк иткән илгә,
Телебеҙгә һөйөү димсеһе.

Хистәремде һүҙҙәр менән генә
Аңлатырға килмәҫ ҡулымдан,—
Рәхмәттәрем ләйсән булып яуһын
Һәр балҡыған эҙем-юлымдан.

Ғүмер буйы таянысым булып,
Кәңәш биреп миңә һәр эштә,
Уҡытыусым!—
Һуңғы һулышымда
Күҙ алдымда торор фәрештә.

ХХХ
Земфира Аҡбутина.
Әҙәп булған ерҙә иман була -
Халҡыбыҙҙың алтын аҡылы.
Шәп уҡытыу, берҙәм тәрбиә -
Был – мәктәптең ике ялҡыны.
“Ояһында ни –осҡанында шул,” -
Был мәҡәл һуң нимә хаҡында?
Ояһында “ҡошсоҡ” ни күргәнен
Кем белә мөғәллимдән башҡа?
Тормош киңлегендә осһон өсөн
Ул мәктәптә ҡанат нығыта.
Дөрөҫ юлды тапһын өсөн бала
Күпме хеҙмәт, белем, көс китә.
Ысын кеше булып үҫһен өсөн,
Аҙашмаһын өсөн күңеле,
Уҡытыусы, дөрөҫлөктө яҡлап,
Хаҡлыҡ күрһәтеүсе түгелме?
Ғаиләһендә - яҡшы ата-әсә,
Өлгө булып һәр саҡ эшендә,
Зыялылар бөгөн алғы сафта,
Халыҡ ғәме – улар иңендә.
Башҡортостан иле сәскә атһын,
Халҡым яңы һулышын ала.
Хөкүмәттең сәйәсәтен яҡлап,
Педагогтар торорҙар поста.
Тик изгелек ҡотҡарыр был донъяны,
Тик яҡшылыҡ биҙәр еремде.
Изгелектең орлоҡтарын сәсеп,
Уҡытыусы бирер дәрестәр…





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға