«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әрмелә смартфон менән ҡулланыу тыйыла



04.10.2019 Әрмелә смартфон менән ҡулланыу тыйыла


Хәрби хеҙмәткә алынасаҡ егеттәргә үҙҙәре менән Интернетҡа сығыу бәйләнеше булған һәм һалдаттың ҡайҙа булыуын күрһәткән смартфондар, планшеттар, навигаторҙар һәм башҡа гаджеттар алырға ярамай. Хәрби частарҙа киң мультимедия мөмкинлектәре булған бәйләнеш саралары менән ҡулланыу һалдаттар менән офицерҙарға тыйыла.
Ошо хаҡта белдереп, «Хәрбиҙәрҙең статусы тураһында» законға үҙгәрештәр индерелгән.
Ҡораллы Көстәрҙә хәрби бурысын үтәүселәргә социаль селтәрҙә фото, видеолар ҡуйырға, әрме тормошо тураһында мәғлүмәт бирергә , ниндәй ведомство, хәрби часть тураһында мәғлүмәттәр бирергә ярамай. Хәрби күнекмәләр үтеүе, унда хеҙмәттәштәреңдән кемдәр ҡатнашыуы тураһында ла хәбәр итеү тыйыла. Һалдат йәшерен техника алдында фото төшә икән, закон алдында яуап бирәсәк.
Ҡағиҙәләрҙе үтәмәүсе хәрбиҙәргә дисциплинар сара күреләсәк, офицерҙар эшенән ебәреләсәк.
Улар интернетҡа сығыу мөмкинлеге булмаған телефон менән ялға сыҡҡанда ғына һөйләшә ала.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға