«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү буйынса указға ҡул ҡуйҙы



04.10.2019 Радий Хәбиров халыҡ шағирының исемен мәңгеләштереү буйынса указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә индергән тос өлөшө һәм оҙаҡ йылдар әүҙем йәмәғәтсе булыуын иҫәпкә алып, уның исемен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, БР Хөкүмәтенә шулар йөкмәтелә:

1) Рауил Бикбайҙың тормошо, ижтимағи, ғилми, ижади эшмәкәрлегенә бәйле материалдарҙан дәүләт мультимедия архивын булдырырға, сайт эшләргә;

2) Йыл һайын Башҡортостандың халыҡ шағиры тормошна һәм ижадына арналған поэзия фестивалдәре, уҡыусылар конференциялары ойошторорға;

3) Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн БР вуздары студенттарына Рауил Бикбай исемендәге стипендия булдырырға;

4) Өфөнөң 102-се башҡорт гимназияһына рауил Бикбай исемен бирергә.

Өфө ҡала советына иһә Бикбай исемен баш ҡаланың бер урамына ҡушыу тәҡдиме ебәрелде.
Бынан тыш, мемориал таҡта ҡуйыу, иҫтәлекле урындар тураһында ла һүҙ бара.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға