«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Талайҙар ғына



03.10.2019 Талайҙар ғына

Стәрлетамаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре 94 йәшлек әбейҙе талап сыҡҡан ике бурҙы эҙләй.

Кисәге киске алтылар тирәһендә пенсионерканың фатирына шылтыраталар. Әбейгә улар үҙҙәрен газ хеҙмәтенәнбеҙ, тип таныта. Йәнәһе лә, газ ҡорамалдарын тикшереп, счетчиктарға пломба ҡуялар. Әбей ышанып, уларҙы фатирына индерә.

Ирҙәр газ плитәһен, счетчикты ҡарай. Шуның өсөн әбейҙән 1,5 мең һум аҡса һорайҙар.

Оло ҡатын серванттан янсығын алып, тейешле сумманы уларға тоттора. Ирҙәрҙең береһе аш бүлмәһендә документтар тултырғансы, икенсеһе бәҙрәфкә йүнәлә.
Бер нисә минуттан ул кире килеп, йәһәтләп фатирҙан таялар. 1,5 мең һум аҡсаны алмаған булалар, йәнәһе лә, аҙаҡ килеп аласаҡтар.

Улар китеп барғас, әбей янсыҡтан 28 мең һум аҡсаның юғалғанын абайлай. Һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Шуға ла яңынан иҫкәртергә мәжбүрбеҙ: зинһар, ниндәй хеҙмәттән килһәләр ҙә, өйҙә яңғыҙ саҡта ят кешеләргә ишекте асмағыҙ.

Бер кемгә лә бер ниндәй хеҙмәт өсөн аҡса бирмәгеҙ! Сөнки ошо арала ғына яңы ҡорамалдар ҡуйырға аҡса йыябыҙ, тип әллә күпме кешене ярыҡ ялғашҡа ултыртып киттеләр. Социаль хеҙмәткәр булып та яңғыҙ йәшәүсе ҡарттарға килеп, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерәбеҙ, тип аҡса алып, уларҙы урлаусылар ҙа донъя.

Премия тәғәйенләү, пенсия, пособие артыуы сәбәпле, документтар тултырырға килдек, газ плитәһен тикшерәбеҙ, тиһәләр ҙә, ышанмауың хәйерле. Шикле әҙәмдәр ишегегеҙҙе туҡылдатһа, туғандарығыҙҙы, күрше ир-егеттәрҙе иптәшкә саҡырығыҙ. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға