03.10.2019 70 мышы, 156 ҡоралай... Ииии, бахырҡайҙарҙың китерме икән башы?
Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республикала мышы һәм ҡоралайҙарҙы атыу тураһында һөйләштеләр.
Теүәлерәге атып алыуға квоталар билдәләнде.
Быйыл һунар итеүгә рөхсәт биреүҙе һорап, 8732 ғариза ебәрелгән. Шуларҙың 4729-ы - мышыға, 4003-ө ҡоралайға.
Әле ғаризалар йәрәбә ысулы менән һайлап алынды. 70 һунарсы (һәүәҫкәр һунарсы) мышы атырға рөхсәткә эйә булһа, 156-һы ҡоралай атып ала ала.
Әйткәндәй
Иң күп мышы квотаһы (19) Белорет районына тура килде. Ҡоралайға лимит иһә Мәсетле районында күп (58) килеп сыҡты.
Йәл хайуандар...