«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү



03.10.2019 «Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү

«Йәшлек» гәзитенең 40-сы һанына күҙәтеү Республикабыҙҙағы хәл-ваҡиғалар, ауыл тормошо, илдәге яңылыҡтар, үҙ эшенең оҫталары булып танылған уңған кешеләр тураһындағы мәҡәләләр сираттағы һанда ла киң урын ала.


5 октябрҙә илебеҙҙә матур байрам – Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Бөгөнгө һанда үҙҙәрен ошо изге һөнәргә бағышлаған – Ейәнсура районының Абзан мәктәбе директоры Сәриә Булатасова, Өфө районының Шамонин ауылынан тәрбиәсе Гөлнара Әминева, Яңауыл районының Яңыуртауыл мәктәбенән физкультура уҡытыусыһы Илдар Дәүләтшин тураһында уҡый алаһығыҙ. «Аҙна һорауы» ла ошо темаға арнала.
Баймаҡ районынан Айгөл Иҙелбаева «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Ишбирҙе ауылы, Эльза Мөхәмәҙиева Белорет районы Йөйәк ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе тураһында, даими авторыбыҙ Миҙхәт Шәрипов Ғафури районынан эшҡыуарҙар Минзиә һәм Хәйҙәр Сөләймәновтар хаҡында бәйән итә.
Үткер ҡәләмле журналист, публицист Ризван Хажиевтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан уның яҙамаларынан ысын булған хәлдәргә таянып яҙылған «Ете юл сатында» мәҡәләһе бирелә. Гәзит уҡыусыларыбыҙ «Муйнаҡ» хикәйәһенең дә аҙағын уҡый аласаҡ.
«Сәләмәтлек» махсус битендә балдың шифалы үҙенсәлектәре менән танышырға мөмкин. Шәкәр диабетын дауалау буйынса кәңәштәрҙең дә файҙаһы тейер, тип ышанабыҙ.
Күптәрҙең яратып уҡыған «Ғәжәйеп әд-донъя» рубрикаһы был юлы хайуандарға арнала. «Беҙҙең ауылда» рубрикаһында Баймаҡ, Көйөргәҙе райондарынан даими гәзит уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең ауылында, районында үткән матур саралар менән таныштыра.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: ye02.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға