«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » РФ Дәүләт Думаһында яңы льготалы категория индекмәкселәр: "Үҙгәртеп ҡороу ҡорбандары"



03.10.2019 РФ Дәүләт Думаһында яңы льготалы категория индекмәкселәр: "Үҙгәртеп ҡороу ҡорбандары"

Ысынмылыр-бушмылыр, шәхсән документты күрмәгәс, аныҡ ҡына әйтеп тә булмай. Әммә тиҙҙән беҙҙең илдә граждандарҙың "Үҙгәртеп ҡороу ҡорбаны" тигән льготалы категорияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән комитеты рәйесе урынбаҫары Борис Чернышов РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин исеменә ошо темаға мөрәжәғәт юллаған.

Депутат әйтеүенсә, "перестройка" йылдарында совет граждандары бик ҡаты геосәйәси һәм гуманитар һәләкәт кисерҙе. Айырыуса 25 - 45 йәшлектәр зыян күрҙе.

"На долю тех, кто все же сумел прожить в эпоху перемен, выпали серьезные испытания. Эту категорию населения я предлагаю обозначить как "жертвы перестройки", которым также должны предоставляться различные льготы и субсидии", - тиелә парламентарийҙың тәҡдимендә.

Үҙгәртеп ҡороу йылдары тыуымдың кәмеүенә, үлемдең артыуына ла килтерҙе. Етмәһә, ошо йылдарҙа күп кеше теге йәки был сиргә дусар булып, донъянан иртә китте.

Минеңсә, депутаттың тәҡдимендә хаҡлыҡ бар ҙа кеүек. Үҙгәртеп ҡороуға тиклем халыҡҡа бөтә нәмә тиерлек уңайлы булды - уҡыу, тиҙ генә эш табыу, бушлай торлаҡ, медицина һ.б. Һуңынан былар барыһы ла юҡҡа сыҡты. Хәҙер, бер яҡтан, тормош көтөү еңелләште. Икенсе яҡтан, беҙ һаман капиталистик ҡоролошҡа, йәғни "буш юҡ һәм булмаясаҡ" тигәнгә яраҡлашып та, ышанып та етә алмайбыҙ.

"Перестройка ҡорбандары" льготалы категорияһы була ҡалһа, 1985 - 1993 (сама менән) йылдарҙа 18 - 25 йәш арауығында булғандарҙы айырым иҫәпләргә кәрәктер. Иң "зыянланған" йәш шулдыр... Ғәҙел булыр ине һымаҡ. Нисек уйлайһығыҙ, кәрәкме шундай категория?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға