02.10.2019 Торатау үҙен күрһәтер әле...
Испанияла ЮНЕСКОның геопарктары конференцияһы уҙҙы. Унда беҙҙең "Торатау" геопаркы менән дә таныштырыу булды.
Севилье ҡалаһында үткән сарала бөтә донъяның геопарктарынан 400-ләп вәкил ҡатнашҡан.
"Торатау" концепцияһын Мәскәү дәүләт университетының "Центр исследований экономики культуры, городского развития и креативных индустрий" белгестәре эшләгәйне. Әлбиттә, тәүҙә уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа күрһәттеләр.
Мәскәүҙә үткән Башҡортостан көндәрендә лә ҡарап, баһа бирелгән.
Хәҙер геопарктың инфраструктураһын үҫтерергә генә ҡалды.
Беҙҙең "Торатау" геопаркын халыҡ-ара рекреацион һәм экология туризмы селтәренә индереү үҙе үк республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең дә абруйын күтәрергә булышлыҡ итәсәк.
Әлеге конференцияла Рәсәйҙәге тәүге "Глобаль статус"лы һәм үҙебеҙҙәге беренсе геопарк - "Янғантау" ҙа күрһәтелде.
Их, бөтә шихандар ҙа геопаркка инһә икән...