«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҙур суммала аҡса отоусы ниңә призын алмай икән?



02.10.2019 Ҙур суммала аҡса отоусы ниңә призын алмай икән?

Була бит битараф әҙәмдәр! Беҙҙең республиканан берәү өс йыл элек "Столото"нан лоторея алған да, ахырыһы бөтөнләй онотҡан. Ә бит уны ҙур муммала приз көтә.

Отош суммаһы, баҡһаң, 18 миллион һум икән. Яҡташыбыҙ торлаҡ буйынса лотореяның 5-се тиражында һандар комбинацияһын дөрөҫ фаразлаған. Ҡағиҙә булараҡ, кеше отошон ярты йылда килеп алырға тейеш. Теге йәки был сәбәп менән ала алмаһа, тағы өс йыл көтәләр. Шунан инде аҡсаны дәүләт ҡаҙнаһына ебәрәләр.

Был кешенең тағы бер айы ҡалған. Уға, отош билетын алып, Мәскәүҙең лоторея үҙәгенә кисекмәҫтән барырға кәрәк.

Әлбиттә, аҡсаны алырға теләмәһә, дәүләткә китһә лә яҡшы кеүек. Шулай ҙа, бәлки, ул бөгөн аҡсаға мохтаждыр. Һеҙҙең арала йөрөмәйме шул кеше?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға