«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бүләк ителгән рауза сәскәләрен тамырландырам тиһәң



02.10.2019 Бүләк ителгән рауза сәскәләрен тамырландырам тиһәң

Бер балғалаҡ бал, ике балғалаҡ алоэ һуты (һабаҡты бер тәүлек һыуытҡыста тотһағыҙ, һуты күберәк сығыр), бер балғалаҡ көлгә ярты стакан һыу һалығыҙ. Роза һабаҡтарын ярты көнгә шул һыуға ултыртып тороғоҙ. Тейешле ваҡыт үткәс, тупраҡҡа ултыртығыҙ. Онотмағыҙ: даими ергә күсереп ултыртҡанда уның 2–3 сәләмәт бөрөһө булырға тейеш. Өҫтөн пластик шешә йәки полиэтилен тоҡсай менән ҡаплап, йылы урынға ҡуйығыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән өҫтөн асҡылап торорға кәрәк.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға