«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙ яҡының булһа яуыз...



01.10.2019 Үҙ яҡының булһа яуыз...

Стәрлетамаҡта йәшәүсе олатай үҙенең ейәндәренә үлтереү менән янаған.


Бер ғаиләлә улар биш кеше йәшәгән: өләсәй менән олатай, йәш әсә, уның ете һәм өс йәшлек улдары.

Сентябрь башында балалар өйҙә үҙҙәре генә уйнап ултырған, әсәйҙәре эшкә киткән. Бер ваҡыт 59 йәшлек иҫерек олатай ҡайтып инеп, балаларҙы, үлтерәм, тип ҡурҡытып туҡмай башлаған, асыуы ҡанмай, уларҙы елтерәтеп балконға сығарып бикләп ҡуйған.


Бисара балаҡайҙар илашып бөткән, өлкәндәрҙе ярҙамға саҡырған. Әллә уларҙың тауышына күршеләрҙең килеүенән ҡурып, олатай малайҙарҙы кире фатирға индергән индереүен, әммә янауҙан туҡтамаған.

Ете йәшлек малай ҡустыһын шкаф эсенә йәшереп, олатаһын шкафҡа яҡын ебәрмәҫкә тырышҡан. Әлдә иҫерекбаш йоҡоға талған. Балалар үҙ бүлмәләренә инеп бикләнеп, өләсәйҙәре килгәнгә тиклем шунда ҡурҡышып ултырғандар. Өләсәйҙәре полиция саҡырған.


Ирҙе ҡулға алып, полицияға килтергәндәр. Әлеге ваҡытта уға ҡарата енәйәт эше асылған. Тикшереү барышында уның ошоға тиклем ҡатынын, ҡыҙын һәм ейәндәрен туҡмағаны асыҡланған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға