«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәй табынына тәмлекәс



01.10.2019 Сәй табынына тәмлекәс

Тиҙҙән мәктәптәрҙә "Көҙгө бал" үткәрә башлаясаҡтар. Ҡышҡылыҡҡа туңдырылған еләктәрҙән еңел генә әҙерләнгән бәлеш рецебы уҡыусыларға ярап ҡалыр, тибеҙ.

Ни кәрәк?
200 грамм аҡ май (11 аш ҡалағы)
150 грамм шәкәр (ярты стакандан саҡ ҡына күберәк)
3 йомортҡа
200 грамм он (стакан ярым)
1 балғалағы йомшартҡыс
1 пакет ванилин
Бер-ике ус туңдырылған еләк

Туңдырылған еләкте һыуытҡыстан алып, өҫтәлгә ҡуйып торабыҙ.

Был арала йомшарған майҙы шәкәр менән туғырға.

Килеп сыҡҡан массаға йомортҡа, ванилин, йомшартҡыс һәм он өҫтәргә.

Үтә ҡуйы ҡаймаҡҡа оҡшаған ҡамырҙы яҡшылап болғарға.

Табаны үҫемлек майы менән майлап, ҡамырҙы ҡойорға.

Өҫтөнә еләктәрҙе һибеп, уларҙы саҡ ҡына батырырға.


Алдан 180 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 30-35 минут бешерергә.

Әҙерлеген теш соҡоғос менән тикшереп ҡарарға.

Әҙерләп ҡарағыҙ - тәмле генә инде!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға