01.10.2019 Бигерәк сос был бурбисәләр
Өфөлә 92 йәшлек әбейҙең алтын балдағын һәм 16 мең һум аҡсаһын урлағандар.
Көндөҙ ун ике тирәһендә әбейҙең фатирына ят ҡатын шылтыратҡан. Әбей уға ишекте асҡас, килеп инеү менән, ай-һай, һеҙҙең ни һаулыҡ менән проблемалар бар ҙаһа, хәҙер үк һеҙҙе үҙем йүнәлтмәһәм, һеҙгә капут, тигән.
Тап шулай уҡ әйтмәһә лә, яҡынса шулайыраҡ булған хәбәре. Ә кемдең 100 йәште ҡыуып барғанда "капут" булғыһы килһен? Бахыр әбекәй ҙә ҡатындың ҡушыуы буйынса алтын балдағын сисеп уға тотторған да, ритуалды башҡарып ҡуйыр өсөн бер стакан һыу артынан аш бүлмәһенә йүнәлгән.
Ул кәлтер-көлтөр йөрөгәнсе, саҡырылмаған ҡунаҡтан елдәр ҙә иҫкән.
Ярай ҙа ҡатын нисек килгән, шулай ғына китеп барһа. Юҡ шул, алтын балдаҡтан тыш, әбейҙең һаҡлап һалып ҡуйған 16 мең һум аҡсаһын да сәлдергән. Ҡайһы арала фатирҙы ҡапшап, һәрмәнеп өлгөргәндер. Бигерәк сос был бурҙар...
Әбекәй полицияға ғариза яҙған да бит, табырҙармы-юҡмы инде бурбисәне.