«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хостелдар тыйылды



01.10.2019 Хостелдар тыйылды

Бөгөндән, 1 октябрҙән Рәсәйҙә күп фатирлы йорттағы торлаҡты ҡунаҡхана өсөн файҙаланырға ярамай.

Хостел тип ябай фатир эсен йыһазландырып, йоҡлап сығыуға ғына ҡулланыуҙы әйтәләр. Хәҙер уларҙы ҡороу һәм ҡулланыу шарттары үҙгәрҙе.

Беренсе ҡатта урынлашҡан һәм айырым инеү урыны булған, йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән биналарҙа ғына хостелдар һәм бәләкәй ҡунаҡханалар тотоуҙы дауам итергә мөмкин.

Бынан тыш, хостелды апартаменттар комплекстарында эшләргә мөмкин, сөнки улар торлаҡ бина тип һаналмай.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға