«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды



01.10.2019 Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды

1 октябрҙән Рәсәйҙә көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды. Бөтәһе 132 мең кеше илебеҙҙең Ҡораллы Көстәренә алынасаҡ. Башҡортостандан 5 меңгә яҡын кеше әрме сафтарын тулыландырасаҡ.

Уҡытыусы булып эшләгән егеттәргә көҙгө саҡырылышта повестка ебәрелмәй. Улар 1 майҙан 15 июлгә тиклем саҡыртыла. Көҙгө уңышты йыйыу менән мәшғүл булғандар 15 октябрҙән генә хәрби хеҙмәткә алына.

Быйылдан башлап әрменән кисектереү алыу хоҡуғы бирелгәндәр, хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһына ғариза яҙып, был мөмкинлек менән файҙаланыуҙан баш тарта ала. Ғаиләһендә кисектергеһеҙ хәлдәр килеп сыҡҡанда, хеҙмәт итеү ваҡыты тулмағандар ҙа аҙ ғына иртәрәк ҡайтасаҡ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға