«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Цифрлы иҡтисад" милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙа иң төпкөлгә лә иғтибар ителәсәк



01.10.2019 "Цифрлы иҡтисад" милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙа иң төпкөлгә лә иғтибар ителәсәк

Былтыр Президент Владимир Путин башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла башлаған 12 милли проект араһында "Рәсәй Федерацияһының цифрлы иҡтисады" тигәне лә бар.

Уның бюджеты - 1634, 9 миллиард һум (1,6 триллион һумдан ашыу).

Башҡалары кеүек ул, был милли проект та тағы бер нисә проектты үҙ эсенә ала:
"Цифрлы мөхитте нормативтар менә көйләү" (Нормативное регулирование цифровой среды)
"Мәғлүмәт инфраструктураһы" (Информационная инфраструктура)
"Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар" (Кадры для цифровой экономики)
"Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге" (Информационная безопасность)
"Цифрлы технологиялар" (Цифровые технологии)
"Цифрлы дәүләт идараһы" (Цифровое государственное управление).

Бер аҙ һандарға туҡталғанда, шундайыраҡ күрһәткестәргә ирешергә тейешбеҙ:

- 2024 йылға 120 мең кеше мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге юғары белем биреү программаһы буйынса уҡырға алынырға
- шул уҡ йылдың аҙағына 10 миллион кеше цифрлы грамоталыҡты үҫтереү буйынса онлайн форматта уҡып сығырға
- дәүләт вуздарының 100 проценты 2023 йыл аҙағына "Цифрлы университет" моделе элементтарын индерергә
- 2024 йыл аҙағына барлыҡ йорт хужалыҡтарының (һәр өй тип аңларға кәрәктер) 97 процентында юғары тиҙлекле интернет булдырырға.
Бынан тыш, 2024 йылда Рәсәйҙә граждандың "электрон паспорт"ы системаһы эшләй башлаясаҡ.

Ҡыҫҡаһы, маҡсаттар етерлек. Был тема беҙҙең сайтта даими яҡтыртыласаҡ.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға